Internet Movie Database

Internet Movie Database (IMDb, инглиз теленән тәржемәлә  — «Интернет-база фильмдары») — донъяла иң ҙур кинематограф тураһында веб-сайт һәм мәғлүмәт базаһы. Базала (2017 йылдың декабренә ҡарата) 6,5 миллиондан ашыу кинофильмдар, телесериалдар һәм уларҙың айырым сериялары, шулай уҡ, 10,4 млн кино менән бәйле шәхестәр, — актерҙар, режиссерҙар, сценаристар һ. б тураһында мәғлүмәттәр йыйылған[1]

The Internet Movie Database
URL:

IMDb.com

Коммерция:

эйе

Сайт тибы:

Фильмдар, телепрограммалар һәм компьютер уйындары тураһында мәғлүмәт базаһы

Теркәлеү:

мотлаҡ түгел

Теле:

инглиз теле

Милексе:

Amazon.com

Автор:

Кол Нидхэм

Эшләй башлаған:

17 октябрь 1990 йылда

Ағымдағы статус:

Актив

Internet Movie Database Викимилектә

1998 йылдан IMDb мәғлүмәттәр базаһы менән Amazon.com компанияһы идара итә. IMDb-ғы мәғлүмәттәрҙең күбеһе ирекле рәүештә, IMDb.com сайты ирекле программа тәьмин итеү (Apache, Perl һ. б.) нигеҙендә эшләй.

IMDb төп үҙенсәлектәрҙең береһе, ул мәғлүмәттәр базаһын үҙгәртеүгә һәр Интернет файҙаланыусыһына рөхсәт ителә, бының өсөн тик сайтта теркәлеү һәм модерация үтеүе кәрәк буласаҡ.

Тарихүҙгәртергә

1990 йылдың 17 октябрендә, күп кенә кино яратыусыларҙы берләштергән «Usenet rec.arts.movies яңылыҡтар төркөмө»[2], үҙенең FAQ индекслатырға уйлаған, ул ваҡытта яҡынса 17 мең мәҡәләләргә һәм 19 меңдән ашыу фильмдар һәм телесериалдар тураһында мәҡәләләр тотған була, — IMDb нигеҙ һалыусыларҙың береһе (уның башҡарма һәм хәҙерге директоры) Кол Нидхэм кинофильмдар мәғлүмәт базаһын ойоштороу өсөн бер нисә Unix-скрипттар яҙа. Ул ваҡытта база «rek.art.movie movie database» тип атала, «Internet Movie Database» исеме һуңыраҡ барлыҡҡа килә.

Әкренләп техник базаһы үҫә һәм камиллаша. 1993 йылда база бөтә донъя селтәре сервер Уэльста Кардифф университет серверҙарында барлыҡҡа килә[3]. Шул саҡта инде база Интернетта бик популяр була. 1996 йылдың ғинуарында «Internet Movie Database, Ltd» компанияһы барлыҡҡа килә, базаны эшләүселәр уның акционерҙары булып сыға. Популярлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, база программистарға мауығыу, хобби кеүек дауам итә — күп кенә программистарҙың башҡа даими эш урындары була.

Бер аҙ база университет серверҙарын сарыф итә һәм АҠШ, Бөйөк Британия ла бүленгән серверҙарға күсә. Бер йылдан һуң бүленгән серверҙарҙың һаны 7 күтәрелә, тик был ҡеүәтлектәр барыбер етмәҫлек булып сыға. Базаны тотоу ҡатмарлы булып сыға, сайттарҙы үҫтереү өсөн ресурстар етешмәй. Бер нисә компния IMDb һатып алырға тәҡдим итә, әммә база энтузиастары уларға ышанмай — был компаниялар IMDb ла кино яратыусылар өсөн уникаль проект түгел, ә маркетинг платформаһын күрә.

1996 йылда «Amazon.com» компнияһынан Джефф Бэзос IMDb менән бәйләнешкә инә. Ул тулы шарттарҙа дөйөм бушлай IMDb ресурстарына инеү өсөн, IMDb акцияларының өлөшөн һатып алырға тәҡдим итә. Алмашҡа инвестициялар өсөн ул «Amazon.com» ға IMDb.com сайты аша кинопродукцияларын һатыу хоҡуғына теләй. Шул ваҡыттан Imdb менән «Amazon.com» хеҙмәттәшлек итә башлай, һәм шул ваҡыттан бирле «Amazon.com» арҡаһында һуңғы серверҙар ҡеүәтенән күпкә киңәйә, «IMDb Ltd» акционерҙарына дивидендтар түләнә, күп кенә IMDb энтузиастары компания штаттарына булып ҡабул итедә, һәм яңы персоналда эшкә алына. Бөгөнгө көндә был ҙур бизнестың һәм альтурист-кино яратыусыларҙың, энтузиастарҙың берләшмәһенең уңышлы тәьҫир итерлек миҫалы булып тора.

IMDb сайтына ай һайын миллиондан артыҡ кеше инеп тора, был Бөтә донъя селтәренең 40 иң популяр сайттарының береһе. Әммә, фмльм тураһында күберәк мәғлүмәттәр алыр өсөн, сайтта теркәлеү кәрәк буласаҡ.

Тауыш биреүүҙгәртергә

IMDb иң популяр мөмкинлеге онлайн-тауыш биреү. Теләһә ниндәй сайтҡа теркәлеүсе сайт ҡулланыусыһы фильм өсөн рейтинг сығарып тауыш бирә ала; 1-ҙән алып(«насар фильм») 10-ға тиклем («шедевр») балл. Шулай итеп IMDb сайт ҡулланыусы фекерҙәре буйынса 250 иң яҡшы фильмдар барлыҡ заман осоро буйынса, шулай уҡ 100 насар фильмдар асыҡлана. 250 иң яҡшы фильмдар рейтингы төҙөлгән саҡта тауыш биреүселәрҙең барыһы ла иҫәпкә алынмай. Тауыш «әйләндереүсе» хисаптарҙан ҡасыусылар булдырмау маҡсаты өсөн саралар ҡабул ителә тауыш. Атап әйткәндә, даими ҡатнашыусыларҙың ғына тауышы иҫәпкә алына. Жанрҙар буйынса, һәм ун йыллыҡтар буйынса һ.б. фильмдарҙың рейтингтары бар.

Imdb версияһы буйынса иң яҡшы фильмүҙгәртергә

2019 йылдың 25 иң яҡшы фильм 26 февралгә ҡарата:

  1. Шоушенктан ҡасыу (Фрэнк Дарабонт, 1994) (2,02 M)
  2. Исем атаһы (Фрэнсис Форд Коппола, 1972) (1,24 M)
  3. Исем атаһы 2 (Фрэнсис Форд Коппола, 1974) (852k)
  4. Ҡара алпар (Кристофер Нолан, 2008) (1,79 M)
  5. 12 асыуланған ир-аттар (Люмет Сидней, 1957) (491k)
  6. Шиндлер Исемлеге (Стивен Спилберг, 1993) (931k)
  7. Криминаль уҡылмаһы (Квентин Тарантино, 1994) (1,42 M)
  8. Балдаҡтар хакимы: Королдең ҡайтыуы (Джексон Питер, 2003) (1,30 M)
  9. Яҡшы, насар, яуыз (Леон Серджо, 1966) (538k)
  10. Көрәшселәр клубы (Дэвид Финчер, 1999) (1,30 M)
  11. Балдаҡ хакимы: Балдаҡ туғанлығы (Джексон Питер, 2001) (1,32 M)
  12. Йондоҙло һуғыш. Эпизод V: Империя чуаплы һөжүм яһай (Ирвин Кершнер, 1980) (906k)
  13. Форрест Гамп (Роберт Земекисать, 1994) (1,36 M)
  14. Башланғыс (Кристофер Нолан, 2010) (1,59 M)
  15. Балдаҡ хакимы: Ике ҡәлғә (Джексон Питер, 2002) (M 1,18)
  16. Кәкүк ояһын өҫтөнән осоп үткән саҡта (Милош Форман, 1975) (726k)
  17. Данлы егеттәр (Мартин Скорсезе, 1990) (783k)
  18. Матрица (Ларри и Энди Вачовски, 1999) ң (1,31 M)
  19. Ете самурай (акира куросава, 1954) (245k)
  20. Йондоҙло һуғыш. Эпизод IV : яңы өмөттәр (Джордж Лукас, 1977) (979k)
  21. Хоҙай ҡалалары (Фернанду Мейреллиш, 2002) (568k)
  22. Ете (Дэвид Финчер, 1995) (1,1 M)
  23. Бәрәстәрҙең тынлығы (Джонатан Демми, 1991) (962k)
  24. Был матур тормош (Фрэнк Капр, 1946) (299k)
  25. Матур тормош (Роберто Бенинья, 1997) (504k)

IMDb ла Совет һәм рәсәй фильмдарыүҙгәртергә

Жанрҙар системаһыүҙгәртергә

Статистикаүҙгәртергә

2019 йылдың декабренә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса [1]

АтамаһыҺаны
тулы метражлы фильмдар538,353
ҡыҫҡа метражлы фильмдар715,799
сериалдар175,942
мини сериалдар28,696


См. шулай уҡүҙгәртергә

  • Категория:интернет мәғлүмәт базаһы фильм

Иҫкәрмәүҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Press Room. IMDb. Дата обращения: 20 апрель 2020.
  2. Chmielewski, Dawn C.. Col Needham created IMDb (19 ғинуар 2013).
  3. Historical Internet Movie Database Site. Cardiff School of Computer Science & Informatics. Архивировано 24 март 2013 года. 2013 йыл 24 март архивланған.

Һылтанмаларүҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК