Әбйәлил районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).

Әбйәлил районы
Әбйәлил районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкАсҡар[1]
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны45 551 кеше (2010)[2][3]
Административ рәүештә бүленәАсҡар ауыл Советы (Әбйәлил районы), Амангилде ауыл советы (Әбйәлил районы), Байым ауыл советы, Буранғол ауыл советы (Әбйәлил районы), Гусев ауыл советы, Дәүләт ауыл Советы, Ҡырҙас ауыл советы, Красная Башкирия ауыл Советы (Әбйәлил районы), Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Ташбулат ауыл Советы, Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәмит ауыл Советы (Әбйәлил районы) һәм Йәнгел ауыл Советы (Әбйәлил районы)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек521 метр
СиктәшУчалы районы, Белорет районы, Бөрйән районы, Баймаҡ районы һәм Силәбе өлкәһе
Майҙан4288 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсми сайтabzelil.bashkortostan.ru
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Abzelilovsky District[d]
Карта
 Әбйәлил районы Викимилектә

Географияһыүҙгәртергә

Район ерҙәренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайыш — таулы-урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек һәм Ҡырҡтытау түбәләрендә, юғары битләүҙәрендә урыны-урыны менән ҡайынлыҡтар һәм ҡарағай, ҡарағаслыҡтар осрай. Битләүҙәр — ҡатҡан йоҡа ҡара тупраҡлы, ә тигеҙлектәр — һелтеһеҙ уңдырышлы ҡара тупраҡлы. Уралтау һыртында ҡайын ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш ҡарағас урманы үҫә, ерҙең өҫкө ҡатламы һоро урман һәм көлһыу тупраҡ менән ҡапланған. Райондың көнсығыш өлөшөндә эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған, Яйыҡ йылғаһы үҙәне яғына иңкеүләнгән тигеҙлек ятауылы Был яҡтағы бейеклек 350—400 м тирәһе. Тирә-яғы төрлө үлән ҡатыш ҡылған үҫкән уңдырышлы һәм ғәҙәттәге ҡара тупраҡлы далалалар.

Һаҡмар йылғаһы башы, Әбйәлил районы.

Район территорияһына Азия ҡитғаһынан килгән континенталь һауа ағымы тәьҫир итә.

Ҡыш көнө баҫыу өҫтөндәге ҡарҙы осороп алып китә торған һепертмә бурандар йыш була, ә йәй көндәрендә көньяҡтан йыш ҡына эҫе ҡоро елдәр иҫә. Таулы-урманлы урындарҙа климат артыҡ ҡоро түгел. Йылға селтәре Яйыҡтың уң ҡушылдыҡтары булған Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғаларынан тора. Райондың таулы-урманлы көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Яйыҡтың ҙур ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһы башлана.

Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында күлдәр урынлашҡан (Мулдаҡ, Мауыҙҙы, Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Суртанды, Сыбаркүл һ.б.). Ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ятҡылыҡтары бар. Район территорияһында Орсоҡ һәм Дарыулы йылғалары үҙәнендә һибелмә, ә Ярлыҡап ауылы эргәһендә рудалы алтын бар; төньяҡ өлөшөндә марганецрудаһы ятҡылыҡтары (Ниязғол, Йәлембәт, Күсем) табылған; ҡуйы ҡыҙыл, алһыу ҡыҙыл, ҡараһыу шәмәхә төҫөндәге һәм башҡа төр йәшмәнең өҫкә сығып ятҡан урындары билдәле. Урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн Ҡолоҡас туф, брекчияһы (ваҡ таш алыу), Тупаҡ балсыҡ ятҡылығы һәм Красная Башкирия ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығы (кирбес етештереү өсөн), шулай уҡ Йәнгел эзбизташ ятҡылығы эшкәртелә, Мауыҙҙы һәм шифалы ләме булған Мулдаҡ күлдәре тәбиғәт ҡомартҡылары булып иҫәпләнә.

Иҡтисадүҙгәртергә

Әбйәлил районы — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы биләмәләре 208,5 мең га (район майҙ-ның 48,6 %, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 118,0, көтөүлектәр — 70,2, сабынлыҡтар — 20,2 мең га. Райондың дала зонаһында — яҙғы бойҙай (күберәк көслө һәм ҡаты сорттар), ҡарабойҙай үҫтереү; һөт-ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ; тау-урман зонаһында һөт-ит мал-ғы, ит-йөн һарыҡсылығы, тибен йылҡысылығы, яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло үҫтереү төп тармаҡтар булып тора. Әбйәлил урман хужалығының 121,3 мең га майҙанында 17504 мең м³ үҙағас, шул иҫәптән 8215 мең м³ ылыҫлы ағас бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған бәләкәйерәк предприятиелар (Асҡарҙағы он тартыу комб-ты һәм май заводы), төҙ. материалдары произв-һы бар.

Район територияһы аша Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман, Магнитогорск—Сибай тимер юлдары, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән, Булгаково— Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. «Красная Башкирия» совхозы территорияһында Магнитогорск аэропорты урынлашҡан.

Социаль-мәҙәни өлкәүҙгәртергә

Районда 74 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 28 урта мәктәп; Таштимер ауыл хужалығы ПУ, 32 дөйөм китапхана, 77 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы эшләй. Асҡар ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Күсем ауылыда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов музейы асылған.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Абзелил» — «Осҡон» гәзите сыға.

Мауыҙҙы күле буйында ләм менән дауалай торған «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм «Ҡараташ» шифахана-профилакторийы урынлашҡан.

Билдәле шәхестәрүҙгәртергә

Халыҡ һаныүҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
193933 128[11][3]
195935 538[12][3]
ЙылХалыҡ һаны
197039 545[13][3]
197937 902[14][3]
ЙылХалыҡ һаны
198938 856[15][3]
200243 262[16][3]
ЙылХалыҡ һаны
201045 551[2][3]
201945 037[17]
Халыҡ иҫәбе
2002[18]2008[19]2009[20]2010[21]2012[22]2013[23]2014[24]
43 26244 97945 29645 55145 48445 22745 042
2015[25]2016[26]
44 79544 921
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
2010
2016
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 88,6 %, урыҫтар — 8,6 %, татарҙар — 1,6 %, башка — 1,2 %[27].

Ер-һыу атамаларыүҙгәртергә

  • Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы[28]

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. Валеев Хайдар Арсланович. Биография (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2018)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Мәғәфүров Ҡадир Барый улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Өмөтбаев Вил Ғайса улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
  9. Рыскулов Габбас Шайхлисламович (1894). Сайт «Открытый список»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Хатип Сәрүәр улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2018)
  11. перепись населения СССР 1939 года
  12. перепись населения СССР 1959 года
  13. перепись населения СССР 1970 года
  14. перепись населения СССР 1979 года
  15. перепись населения СССР 1989 года
  16. Всероссийская перепись населения 2002 года
  17. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  18. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  19. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  20. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  21. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  24. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  26. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  27. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  28. https://ba.wikibooks.org/wiki/Әбйәлил_районы_Күбәләк_ырыуы_ауылдары_тарихы

Һылтанмаларүҙгәртергә


🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК