Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә йыл һайын бирелә торған премия. 1989 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан булдырылған. 1996 йылда республиканың дәүләт наградаһы статусына күтәрелә.

Башҡортостан Республикаһының

Шәһит Хоҙайбирҙин

исемендәге премияһы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Награда тапшырыла

журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәр өсөн

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1996

Беренсе бүләкләү

1996

Тарихыүҙгәртергә

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан 1989 йылдың 8 апрелендә булдырыла. Ул бер йыл арауығында иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре өсөн айырым журналистарға йә авторҙар коллективына бирелә. Был әҫәрҙәр гәзит һәм журналдарҙа баҫылырға, радио һәм телевидение аша тапшырылырға һәм китап булып донъя күрергә мөмкин. Республика ижади конкурсында еңеүселәргә «Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты» тигән исем бирелә, уларға исемде раҫлаған диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдә тапшырыла.

1996 йылдан Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусын алды һәм уның тураһында положение раҫланды[1]. Артабанғы йылдарҙа был документҡа ваҡыт талап иткән үҙгәрештәр индерелде.

Премия лауреаттарыүҙгәртергә

  • Лауреат исеменә республика баҫмаларының барыһының да, шулай уҡ ҡайһы бер ҡала һәм район гәзитәләре вәкилдәре лә лайыҡ булған.
  • Премия алыусылар араһында Башҡортостан журналистикаһы ветерандары — Виктор Орлов, Рәүф Насыров, Рәис Ҡасимов, Раиф Бадиҡов, Вячеслав Стрижевский, Алла Докучаева, Марсель Сәлимов, Альфред Стасюконис, Ирина Николенко, Тамара Нефёдова һәм башҡалар бар.
ЙылБүләкләнеүсеЭшләгән урыны, вазифаһы, һөнәреБүләкләү ерлеге
2021Даян Мәжитов«Бәрәкәт» журналын ойоштороусыОшо баҫмала донъя күргән әхлаҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, һаҡлау, тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү, хәйриәлек тураһындағы материалдары өсөн[2]
Татьяна Никитина«Тамыр» телеканалы мөхәррире«преград.net», «ЭТНОкраса», «Гора Новостей» программалары өсөн.[2]
Кәримә Усманова«Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһекөньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән мәҡәләләре өсөн[2]
2020Эмилия Завричко«Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһеОшо гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн[3]
Нур Ҡәҙербаев«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе«Йәшлек» гәзитендә донъя күргән спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн[3]
Зөһрә ҠотлогилдинаЖурналистика ветераны«Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн[3]
2019Лариса Абдуллина«Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире«Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
Рафиҡ Әхмәтшин«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһеБашҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыҡҡан телерепортаждар серияһы[4]
Азат Ғиззәтуллин«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы таҫмаһында баҫылған мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
Фәнүз Хәбибуллин«Кызыл таң» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире«Кызыл таң» гәзитендә донъя күргән мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
2018Энгель Зәйнетдиновғалим-иҡтисадсы«Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдары; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн[5]
Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова)«Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе«Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн[5]
Венера Ситдиҡова«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиоһы комментаторы«Башҡорттар», «Рухиәт», «Яҙмыштарҙа — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн[5]
2017Марина Воронова«Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһеЗамандаштарыбыҙ, уларҙың ыңғай ғәмәлдәре һәм эштәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн[6]
Ләйлә Ишморатова (Аралбаева)«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһеРеспублика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн[6]
Фәнил КүзбәковБашҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессорыБашҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн[6]
2016Гөлназ Данилова«Российская газета» редакцияһының Өфө филиалындағы өлкән хәбәрсе112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында билдәһеҙ факттарҙы асҡан материалдары өсөн[7]
Фәүзиә Мөхәмәтшина«Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһеЗамандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән аналитик материалдары өсөн[7]
Гүзәл ХәмитоваБашҡортостан юлдаш телевидениеһы каналындағы телевидение студияһының тыуған яҡты өйрәнеү программалары бүлеге етәксеһе«Эҙәрмән», «Позывной «Барс», «Мистик Башҡортостан» тапшырыуҙар циклы өсөн[7]
2015Гүзәл Агишева«Труд» гәзитенең бүлек мөдиреРеспубликаның рухи мираҫын һаҡлауға һәм Мәскәүҙә уның ыңғай имиджын булдырыуға булышлыҡ итеүсе Башҡортостан һәм яҡташтар тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн[8]
Рәмилә МусинаБелорет мәғлүмәт үҙәгенең «Урал» гәзите хәбәрсеһе«Урал» гәзитендә баҫылған публицистик мәҡәләләре өсөн[8]
Юрий НестеренкоСтәрлетамаҡ районы мәғлүмәт үҙәгенең «Ауыл тормошо» гәзите фотохәбәрсеһе«Улар Тыуған иле өсөн көрәште», «Тыуған ил ҡайҙан башлана…», «Спорт — көсһөҙҙәр өсөн түгел» фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн[8]
2014Людмила Кашапова"Молодёжная газета"ның бүлек мөдиреЙәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Олег Төхвәтуллин«Ҡыҙыл таң» гәзитенең бүлек мөдире«Яҙмышым да, шатлығым да — ауылым» китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн[9]
Хәйҙәр Тапаков«Атайсал» гәзитенең (Сибай) баш мөхәррире«Утоли мои печали» китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн[10]
2013Радис Ноғманов«Өмөт» гәзитенең баш мөхәррире«Янырға икән янырға» китабы өсөн
Айрат Нурмөхәмәтов«Башҡортостан» гәзитенең фотохәбәрсеһе«Башҡортостан» гәзитендә баҫылған замандаштар тураһындағы фотолар өсөн
Зөлфиә Рәхмәтуллина«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының бүлек мөдире«Телеүҙәк», «Атылған йондоҙ», «Алло, һеҙҙе „Юлдаш“ тыңлай» тапшырыуҙар шәлкеме өсөн
2012Зөһрә Арсаева«Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе«Тыуған яҡ», «Сделано в Башкортостане» тапшырыуҙары өсөн
Дамир ШәрәфетдиновжурналистЙәмғиәттә татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләре өсөн
Рәзифә Сәхапова
Илдус Тимерханов
журналистар (Дүртөйлө)«Базы буйы — бөҙрә тал» китабы өсөн
2011Венера Ильясова
Эмиль Мусин
Ләлә Латыпова
Алексей Шильников
«Туймазинский вестник» гәзите журналистарыҮҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи үҫешкә өндәүсе, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен раҫлаусы замандаштарға бағышланған мәҡәләләр шәлкеме өсөн[11]
Рита Өмөтбаева«Башҡортостан» ДТРК-ның күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһеКүгәрсен районын пропагандалағаны өсөн[12].
Фәнүр Ғилманов«Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе100 мәҡәлә тупланған «Такова жизнь» китабы өсөн[11]
Сибәғәт Рахманғолов«Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе«Ямалда ҡайын да үҫмәй» очерктар шәлкеме өсөн[11]
2010Лена Ғәбделбарый ҡыҙы Ғабдрахмановажурналист«Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы» мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙы Ханнанова«КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзите журналисыИҗтимағи—сәйәси темаға яҙылған мәҡәләләре өсөн
Азат Ярмуллинжурналист«Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында»[13] китабы өсөн
2009Юрий Викторович ЕргинБашҡорт дәүләт университеты доцентыБашҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихына бағышланған мәҡәләләре өсөн
Таһир Хабрахман улы ИшкининӨфө ҡала хакимиәте белгесе«Киске Өфө» гәзитендә «Аҙна шаңдауы» рубрикаһында баҫылған мәҡәләләре өсөн
Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы Солтанова«Башҡортостан» ДТРК-һы радиохәбәрсеһе«Ватандаштар», «Йәдкәр» радиотапшырыуҙары өсөн
2008Радик Шакир улы ВәхитовӨфө дәүләт авиация техник университеты доценты«Под крыло двуглавого орла» китабы өсөн
Андрей Александрович Ничков«Молодёжная газета» журналисыҒаилә йылына бағышланған мәҡәләләре өсөн
Баныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһеҒаилә йылына бағышланған мәҡәләләре өсөн
2007Әхмәр Үтәбайяҙыусы«Киске Өфө»гәзитенең «Диалог» рубрикаһында баҫылған мәҡәләләре өсөн
Тәлғәт Шаһманов«Юшатыр» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары«Шағәле Шаҡман нәҫеле» китабы өсөн
Марина Шумилова«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бүлек мөдиреБашҡортостандың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуының 450 йыллығына бағышланған мәҡәләләр шәлкеме өсөн
2006Юрий Никифорович Коваль«Бельские просторы» журналы хәбәрсеһеӘхлаҡи һәм ил һөйәрлек тойғолары тәрбиләүгә арналған мәҡәләләре өсөн
Тәнзилә Үлмәҫбаева«Юлдаш» радиоһының баш мөхәрриреЯҡташтары Күгәрсен районы хеҙмәтсәндәренә бағышланған тапшырыуҙары өсөн
Гөлфиә Янбаева«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире«Йөрәккә уйылған ғәм» («Сердце полно сострадания») китабы өсөн
2005Әлфиә Аҡбутина«Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫарыЮНЕСКО линияһы буйынса Европа илдәренә яһаған сәйәхәтенең юл яҙмалары өсөн
Тамара Ивановна Нефёдова«Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдиреРеспубликаның арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн
Рәсүл Сәғитов«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының мөхәррире«Үткән заман» исемле документаль радиотапшырыуҙар шәлкеме өсөн
Азамат ЮлдашбаевБашҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары«Башкортостан на геополитической карте» тапшырыуҙар шәлкеме өсөн
2004Алик Рәшид улы Аллаяров«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисыӨфө балалар приютында тәрбиәләнеүселәргә арналған тапшырыуҙары өсөн
Ирина Владимировна Николенко«Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһеСалауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған очерктары өсөн
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улыИлеш мәғлүмәт үҙәге«Истоки» гәзитендәге мәҡәләләре өсөн
2003Морозова Татьяна Петровна«Стерлитамакский рабочий» гәзите хеҙмәткәреСоциаль мәсьәләләргә бағышланған мәҡәләләре өсөн
Мушкина Светлана Леонидовна«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисыСоциаль яҡтан яҡланмағандар тураһында фильмдары өсөн
Фазлетдинов Илдар Камилович«Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһеСоциаль-иҡтисад мәсьәләләрен даими яҡтыртҡан өсөн
2002Гәүһәр Батталова«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш мөхәрриреII Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайына арналған телевизион фильмдар өсөн
Фәүзиә Латыпова«Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе«Изгелектәр генә эҙләйем» китабы өсөн
Петровская Людмила Витальевна«ТУ-154» самолетының һәләкәте (02.07.2002) айҡанлы яҙылған мәҡәләләре өсөн
2001Динә Арыҫланова«Башҡортостан ҡыҙы» журналы хәбәрсеһеСоциаль мәсьәләләргә арналған мәҡәләләре өсөн
Аҙнағолов Юнир Ғәлимйән улы«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабы өсөн
Альфред Стасюконис«Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе«Портреты на фоне войны» китабы өсөн
Рәүеф Хәкимов«Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе«Курск» һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған яҡташтарға арналған очерктары өсөн
2000Фәрит Вахитов
Флүзә Мырҙабаева
Фәтҡуллин Фәрит Миңнулла улы«Ҡыҙыл таң» гәзите хеҙмәткәре
Салауат Хәмиҙуллин
1999Рәшиҙә Мәһәҙиева
Салауат Төпәев
Ризван Хажиев
Юрий Узиковжурналист«Исторические памятники Уфы» китабы өсөн
1998Зиф Имамов
Марсель Сәлимов
Сәлмән Ярмуллин«Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе[14]
1997Сергей Манзуров«Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе
Вячеслав Стрижевский
Илүзә Ҡапҡаева
Алла Докучаева
«Вечерняя Уфа» гәзите журналистары
Рима Сәрүәрова«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радио хеҙмәте етәксеһе
1996Фәниә Хәлитова«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы комментаторы[15]
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы
Иманғолов Сулпан Ғоссам улы
Суҡбаев Сәләхетдин Хөсәйен улы«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы радиотапшырыуҙар студияһының «Заман» ижади берекмәһе етәксеһе
1995Баҙыҡов Рәиф Карам улы
Брехова Галина Николаевна
Буранғолов Йәмил Айҙар улы«Молодёжная газета» журналисы[16]

Чечен Республикаһында барған хәрби хәрәкәттәр тураһында репортаждар циклы өсөн

Ураҙғолов Рәлис Ришат улы
1994Абдуллин Фәтих Саҙрый улы
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы
Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы
1993Радмир Мырҙағәлин«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының ижади берекмә етәксеһе[17]
Зиннуров Рафаил Нариман улы
Калмацкий Борис Григорьевич
Юрасов Николай Алексеевич
1992Ҡасимов Рәис Шәйәхмәт улы«Ҡыҙыл Таң» гәзите хеҙмәткәре
Солтанов Мостафа Кәрим улыБашҡортостан журналистикаһы аҡһаҡалы, хаҡлы ялда.Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Үтәев Рәшит Зиннәт улы
1991Йәркәй Яҡшыдәүләтов«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы[18]
Живитченко Эдуард Вячеславович
1990Орлов Виктор Семёнович
Насиров Рәүеф Хәй улы
1989Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы
Козлов Анатолий Александрович, Шакиров Алик Фаизович, Шмаков Виктор Васильевич

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә

  1. Постановление от 30 сентября 1996 года № 276 О премии имени Шагита Худайбердина 2013 йыл 19 октябрь архивланған. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның 2021 йылғы лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2021, 13 октябрь (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2021)
  3. 3,0 3,1 3,2 Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 7 октябрь (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2020)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Быйыл журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын кем алды? «Йәшлек» гәзите сайты, 2019, 11 октябрь (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2019)
  5. 5,0 5,1 5,2 Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 5 октябрь (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2018)
  6. 6,0 6,1 6,2 Башҡортостандың баш ҡалаһында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 10 октябрь (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)
  7. 7,0 7,1 7,2 Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 октябрь (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2016)
  8. 8,0 8,1 8,2 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 9 октябрь 2015 йыл
  9. Премиягә лаек булдылар. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2014, 9 октябрь(недоступная ссылка) (тат.)
  10. 2014 йыл өсөн лауреаттар билдәле булды
  11. 11,0 11,1 11,2 Вручены премии имени Шагита Худайбердина. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. 19.10.2011 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  12. Официальный портал РБ(недоступная ссылка)
  13. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында https://kitaptar.bashkort.org/files/avtonomiyaly_bashqortostan_bajraghy_astynda._ofo._2009.pdf
  14. Башкирская энциклопедия — Ярмуллин Сальман Шакирьянович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Буранғолов Йәмил Айҙар улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 май 2018)
  17. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/10090-myr-a-lin-radmir-damir-uly 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2018)
  18. Башкирская энциклопедия — Якшидавлетов Яркей Анварович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2018)

Сығанаҡтарүҙгәртергә

  • Шәһит Хоҙайбирҙин. «Башҡортостандың аҫыл заттары» серияһы. Ижтимағи—сәйәси баҫма / Автор—төҙөүсе һәм мөхәррир Ғ. А. Хисамов. — Өфө, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты, 2006. — 308 бит. ISBN 5—85051—390—6.
  • Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина. / авт.-сост.: Ф.Ш. Кудакаев, Р.З. Хажиев. — Уфа: Китап, 20016. — 192 с. ISBN 978-5-295-06511-8  (рус.)

Һылтанмаларүҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК