Финляндия

Европаның төньяғында урынлашҡан дәүләт


Финляндия Республикаһы
'Suomen tasavalta
Republiken Finland'
гербы Финляндия
Финляндия флагыФинляндия гербы
«» (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы6 декабрь 1917 (Рәсәйҙән)
Рәсми телдәрфин теле, швед теле
Баш ҡалаХельсинки
Иң ҙур ҡалаларыХельсинки, Эспоо, Тампере, Вантаа, Турку
Идара итеү формаһыПарламент республикаһы
ПрезидентСаули Нийнистё
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
64 урын
338 424 км²
10,0
Халыҡ
  • Барыһы (2009)
  • Тығыҙлыҡ
111 урын
5 340 093
16 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе
  • Кеше башына
52 урын
$190 862 млн $
$36 217 $
Валютаевро
Интернет-домен.fi; .ax (Аланд утрауҙары)
Телефон коды++358
Сәғәт бүлкәтеUTC +2

Финля́ндия, рәсми исеме Финля́ндия Республикаһы (фин. Suomen tasavalta, швед. Republiken Finland) — Европаның төньяғында урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Көнсығышта Рәсәй, төньяҡ-көнбайышта Швеция, төньяҡта Норвегия менән сиктәш. Балтик диңгеҙе менән йыуыла.

(аудио)
(аудио)
Финля́ндия Республикаһы гимны
noicon
Помощь по воспроизведению

Финляндия — Европа Берләшмәһе һәм Шенген килешеүе ағзаһы.

Финляндия донъяла беренсе булып һәр гражданының тиҙ интернетҡа хоҡуғын иғлан иткән ил. Донъяла майҙаны иң иркен һәм йәшәү өсөн иң уңайлы илдәрен билдәләүсе Legatum институты 2010 йылда Финляндияны йәшәү өсөн иң яҡшы ил тип билдәләне.

Исеменең килеп сығышыүҙгәртергә

Дәүләттең күп телдәрҙәге Финляндия тигән исеме швед теленән килә. Был телдә уның атамаһы Finland, йәиһә «фин ере» була. Илдең фин телендә үҙатамаһы — Suomi, йәғни «һаҙлыҡ ере» (фин. suo — һаҙ, фин. maa — ил).

Географик мәғлүмәтүҙгәртергә

Космостан күренеш

Финляндия Европаның төньяғында урынлашҡан, уның байтаҡ ҡына территорияһы (25 %) төньяҡ поляр түңәрәге аръяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә Швеция (сик оҙонлоғо 586 км), Норвегия (716 км) һәм Рәсәй (1265 км) менән, ә диңгеҙ аша Эстония менән Балтик диңгеҙенең Фин һәм Ботник ҡултыҡтары аша сиктәш. Яр буйы сиген һанағанда ул 1 100 км тәшкил итә. Утрауҙарҙан тыш яр буйы сиге 46 000 км. Яры буйында 81 000-гә яҡын утрау урынлашҡан (уртаса майҙаны — 100 м²).

Ил өс географик төбәккә бүленә:

  1. Яр буйы түбәнлеге — Фин һәм Ботник ҡултыҡтары буйында урынлашҡан; яр буйҙарында меңдәрсә текә тауҙар һәм утрауҙар бар. Төп архипелагтары: Аланд утрауҙары һәм Турку архипелагы. Илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бик ваҡ утрауҙар системаһы Финляндияның иң ҙур архипелагын — Архипелаг диңгеҙен тәшкил итә.
  2. Эске күлдәр системаһы (күлдәр районы) — илдең үҙәгенән көньяҡҡарак урынлашҡан ҡара-урман һәм һаҙлыҡтар төбәге.
  3. Төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан ерҙәр үҙенең ярлы тупрағы менән айырылып тора. Лапландия текә тауҙары һәм кесе ҡалҡыулыҡтары менән айырылып тора. Шунда уҡ Финляндияның иң бейек нөктәһе — Фьельд Халти (диңгеҙ кимәленән 1328 м юғары) урынлашҡан.

Флора һәм фаунаүҙгәртергә

Евразия ҡыҙылтүше. Финляндия, 2012 йыл

Финляндияның көньяғынан төньяғына хәрәкәт иткәндә бәләкәй утрауҙары, диңгеҙле ландшафты урманлы тәбиғәткә алышына. Илдең төньяғында иһә оло Лапландия урмандары урынлашҡан.

Финляндияла 35 милли парк бар. Был парктарҙа һирәк осраусы хайуандар һәм үҫемлектәр ҡурсалана, ландшафтың ҡыҙыҡлы формалары, уникаль тәбиғәт объекттары инә. Парктарҙың дөйөм майҙаны 8 мең км² тәшкил итә. Финляндия закондары буйынса һәр кеше ирекле рәүештә милли парктарҙа йөрөй ала[1]. Иң мәшһүр парктар араһында — Урхо Кекконен милли һәм Лемменйоки парктары.

Геологик төҙөлөшүҙгәртергә

Финляндияның күпселек өлөшө түбәнлектә урынлашһа, илдең төньяҡ-көнсығышында ҡайһы бер тауҙарҙың бейеклеге 1000 метрҙан ашыу. Финляндия боронғо (1,4 — 3 млрд йыл) кристаллик ҡалҡанда урынлашҡан[2]. Унда шулай уҡ Скандинавия һәм Кола ярымутрауҙары, Балтик диңгеҙе һәм Ботник ҡултығы урынлашҡан.

Халыҡүҙгәртергә

Финляндия халыҡ һаны, 1750—2000[3]
ЙылХалыҡ һаныЙылХалыҡ һаны
1750421,00018802,060,800
1760491,00018902,380,100
1770561,00019002,655,900
1780663,00019102,943,400
1790705,60019203,147,600
1800832,70019303,462,700
1810863,30019403,695,617
18201,177,50019504,029,803
18301,372,10019604,446,222
18401,445,60019704,598,336
18501,636,90019804,787,778
18601,746,70019904,998,478
18701,768,80020005,181,000

2008-се йылдың аҙағында Финляндияла халыҡ һаны 5 544 877 кеше тәшкил итә (47 % ир-ат һәм 53 % ҡатын-ҡыҙ).

Милли составүҙгәртергә

31.12.2008 Финляяндия милли составы[4]:

Финляндия халҡының күпселеге илдең көньяғында йәшәй

Финляндияла йәшәгән сит ил граждандары — 2,7 %, илдән ситтә тыуғандар һаны 4,1 %[5]. Иң ҙур аҙсылыҡ милләтәр: фин шведтары, сиғандар, татарҙар һәм саамдар.

Телдәрүҙгәртергә

1922 йылда ҡабул ителгән закон буйынса Финляндияла ике дәүләт теле — фин һәм швед теле. 1917 йылға тиклем урыҫ теле лә рәсми булған.

Фин телендә халыҡтың күпселеге һөйләшә. Швед телендә халыҡтың 5,5%, урыҫ телендә — 0,8 %, эстон телендә 0,3 % аралаша. Башҡа телдәрҙә халыҡтың 1,77 % һөйләшә.

1992 йылда «Саам теле тураһында закон» ҡабул ителгән. Был законға ярашлы, саам теленә Финляндияла махсус статус бирелә[6].

Динүҙгәртергә

Финляндия конституцияһы буйынса, илдә Евангелик-Лютеран сиркәүе һәм Православ сиркәүе дәүләт cиркәүҙәре булып һанала[7]. Халытың 13,5% бер ниндәй дини төркөмгә лә инмәй.

Тарихүҙгәртергә

Боронғо тарихүҙгәртергә

Боронғо ташта уйылған рәсемдәр

Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иң тәүге кешеләр Финляндияла яҡынса б.э.т. 8500 йылда йәшәй башлаған. Улар аусылыҡ һәм аҙыҡ йыйыу менән шөғөлләнгән, таш ҡоралдарын ҡулланған. Б.э.т. меңйыллыҡта балсыҡтан һауыт-һаба эшләнә башланған[8]. Б.э.т. 32-се быуатта хәҙерге көньяҡ Финляндияға хәрби балталар культураһы килгәс, ер хужалык өсөн ҡулланыла башлай.

Бронза быуатынан (б.э.т. 1500—500 йылдарҙан) финдарҙың Скандинавия һәм Балтик региондарының халыҡтары менән аралашыуы киң күҙәтелә. IX быуат башына[9] Финляндия cиктәре түбәндәге ерҙәр менән сиктәш булған:

Швед хакимиәте (1150/1300 — 1809)үҙгәртергә

Викингтар осоро аҙағында швед сауҙагәрҙәре барлыҡ Балтик диңгеҙе регионында тәьҫирен арттыра. Бер нисә быуат буйы Финляндия Швеция хаҡимиәте аҫтында ҡала.

Рәсәй империяһы (1809—1917)үҙгәртергә

Рәсәй-Швеция һуғышы һөҙөмтәһендә 1809-сы йылда Финляндия Рәсәй империяһы составына киң автономия алып инә. 1860-сы йылдарҙан башлап фин үҙаңы ҡалҡа башлай, урындағы интиллигенция фин теленә дәүләт теле статусын биреүҙе талап итә. Был статусты фин теленә Александр II бирә. Автономия тиҙ нығый килә, 1899-сы йылда башланған урыҫлаштырыу сәйәсәте дәүләт бойондороҡһоҙлоҡ өcөн көрәште тик нығыта ғына.

Бойондороҡһоҙ Финляндияүҙгәртергә

Рәсәй монархияһы ҡолағас һәм Октябрь революцияһынан һуң Финляндия Сенаты 1917-се йылдың 6 декабрендә илде бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. Граждандар һуғышы башлана.

Аҡтар еңелгәс, Финляндия ғәскәрҙәре Көнсығыш Карелияға һөжүм итә. Беренсе совет-финн һуғышы башлана. Ул 1920-се йылға хәтлем һуҙыла.

1939-сы йылда Советтар Союзы Фин һуғышын башлай. Бер-бер артлы бер нисә һуғыштан һуң Финляндия үҙ еренең өлөшөн юғалта.

Ҡыҫҡа тыныслыҡ осоронан һуң, 1941-се йылда Советтар Союзы Финляндиянға һөжүм итә — Финляндия Икенсе донъя һуғышына CCCР-ға ҡаршы булып инә. 1944-се йылда Финляндия СССР менән солох килешеүен раҫлай.

Һуғыштан һуң көсһөҙләнгән Финляндия, Карел муйынын СССР-ға биреп, үҙенең көнсығыш күршеһе менән яңы сәйәси курс тота. Урхо Кекконен, илдең 25 йыл буйына (1956-81) президенты, Скандинавия илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта, СССР менән дә үҙен сабыр тота.

1995-се йылда Финляндия Европа берлегенә инә.

Дәүләт төҙөлөшө һәм сәйәсәтүҙгәртергә

Финляндия — президент республикаһы, бер өлөшләтә автономияһы — Аланд утрауҙары бар.

Финляндия конституцияы буйынса закон сығарыу вазифаһын Эдускунта исемле Финляндия парламенты һәм президент башҡара. Законды үтәү вазифалары президентҡа һәм Дәүләт Йыйынына йөкләнгән.

Президентүҙгәртергә

Финляндия президенты алты йылға һайлана. 2000-се йылдан бире был вазифаны Тарья Халонен башҡара.

Парламентүҙгәртергә

Финляндия парламенты (Эдускунта)-ның бинаһы

Эдускунта — илдең бер палаталы парламенты, 200 депутаттан тора. Депутаттар бөтөн халыҡ тарафынан 4 йылға һайланып тора.

2003-сө йылда үткәрелгән парламент һайлауҙарында 18 партия ҡатнашты, уларҙың һигеҙе генә вәкилдәрен парламентҡа үткәрә алды. Иң ҙур партиялар араһында: Финляндия Үҙәге партияһы, Финляндияның Социал-демократик партияһы, Милли коалиция партияһы, Һул берлек партияһы, Йәшел берлек партияһы һәм Швед Халыҡ партияһы.

2007-се йылдың мартында үткән парламент һайлауында, иң күпселек тауышты (23,1 %) Финляндия Үзәге партияһы яулай (51 мандат); парламентҡа шулай уҡ Милли коалиция (22,3 %, 50 мандат), Социаль-демократик партия (21,4 %, 45 мандат), Һул берлек (8,8 %, 17 мандат), Йәшел берлек (8,5 %, 15 мандат), Швед Халыҡ партияһы (4,6 %, 9 мандат), Христиан демократтар партияһы (4,9 %, 7 мандат) һәм «Ысын финдар» партияһы (4,1 %, 5 мандат) үтә.

Административ-территориаль бүленешүҙгәртергә

Финляндия провинциялары

Финляндия 20 провинцияға бүленә, һәр провинция комуналарҙан тора — коммуналар йылдан-йыл бергә ҡушылып, уларҙың дөйөм һаны аҙайып тора. 2010-сы йылдың башында илдә 342 коммуна бар.

Финляндияның провинциялары
  1. Лапландия (фин. Lappi / швед. Lappland)
  2. Похьойс-Похьянмаа (фин. Pohjois-Pohjanmaa / швед. Norra Österbotten)
  3. Кайнуу (фин. Kainuu / швед. Kajanaland)
  4. Похьойс-Карьяла (фин. Pohjois-Karjala / швед. Norra Karelen)
  5. Похьойс-Саво (фин. Pohjois-Savo / швед. Norra Savolax)
  6. Этеля-Саво (фин. Etelä-Savo / швед. Södra Savolax)
  7. Этеля-Похьянмаа (фин. Etelä-Pohjanmaa / швед. Södra Österbotten)
  8. Похьянмаа (фин. Pohjanmaa / швед. Österbotten)
  9. Пирканмаа (фин. Pirkanmaa / швед. Birkaland)
  10. Сатакунта (фин. Satakunta / швед. Satakunda)
  11. Кески-Похьянмаа (фин. Keski-Pohjanmaa / швед. Mellersta Österbotten)
  12. Кески-Суоми (фин. Keski-Suomi / швед. Mellersta Finland)
  13. Варсинайс-Суоми (фин. Varsinais-Suomi / швед. Egentliga Finland)
  14. Этеля-Карьяла (фин. Etelä-Karjala, швед. Södra Karelen)
  15. Пяйят-Хяме (фин. Päijät-Häme, швед. Päijänne Tavastland)
  16. Канта-Хяме (фин. Kanta-Häme, швед. Egentliga Tavastland)
  17. Уусимаа (фин. Uusimaa, швед. Nyland)
  18. Итя-Уусимаа (фин. Itä-Uusimaa, швед. Östra Nyland)
  19. Кюменлааксо (фин. Kymenlaakso, швед. Kymmenedalen)
  20. Аланд утрауҙары (фин. Ahvenanmaa / швед. Åland)

Финляндияның иң ҙур ҡалалары: Хельсинки — 583 549 кеше, Эспоо — 244 474 кеше, Тампере — 211 633 кеше, Турку — 176 242 кеше, Оулу — 139 275 кеше.

Һылтанмаларүҙгәртергә

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә


🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК