Сифат

предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө

Сифат — предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө, ниндәй?, ҡайһы?, ҡайҙағы?, ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә. Сифат исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай

Сифат таблицала

Сифат тураһында дөйөм төшөнсәүҙгәртергә

Морфологик йәһәттән сифаттар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифаттар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.

Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде. (М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев.)

Сифаттарҙың яһалышыүҙгәртергә

Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот — болотло, оял — оялсан, эш — эшсән.Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.

Тамыр сифатүҙгәртергә

тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.

Яһалма сифатүҙгәртергә

Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:

  • исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
  • ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
  • һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
  • исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
  • үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси

Ҡушма сифатүҙгәртергә

Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.

  • парлы: аҡлы-ҡаралы, яҙлы-көҙлө.
  • ҡабатлау:көслө-көслө, һылыу-һылыу.
  • бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй),

Төп һәм шартлы сифаттарүҙгәртергә

Сифаттар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә: төп һәм шартлы — сифаттарға бүленә.

Төп сифаттарүҙгәртергә

Туранан—тура билдәһен белдерә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.

Төп сифаттар предмет билдәһенең ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ—ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара—ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл—ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.

Шартлы сифаттарүҙгәртергә

Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт, йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр.Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.

Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.

Сифат дәрәжәләреүҙгәртергә

Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. Тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була.

Төп дәрәжәүҙгәртергә

Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә йәғни был предметта сифат белдергән билдә артыҡ та, кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә: аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк.Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.

Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.

Сифаттарҙың мәғәнәһен тамыр һәм яһалма сифаттар белдерә.

Сағыштырыуүҙгәртергә

Бер предметың билдәһе икенсе предметта күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.

Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала: а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,

Артыҡлыҡүҙгәртергә

Артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттар бер предметтағы билдәнең башҡа шундайуҡ предметтарҙағы билдәнән бик күпкә артыҡ икәнен белдерәләр. Һүҙҙең беренсеижегенә – п  ҡушып, йәки һүҙгә иң, бик, уғата, үтә, ифрат, ныҡ  ҡушылып яһала: ҡып-ҡыҙыл, йәп-йәшел; бик көслө, ифрат белемле, иң бейек, үтә шәп.

Аҙһытыуүҙгәртергә

Аҙһытыу дәрәжәһендәге сифаттарпредмет билдәһенең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерәләр. Аҙһытыу дәрәжәһе -ғылт,-гелт, -ҡылт, -келт, -һыл, -һел, -һыу ялғауҙары ярҙамында яһала: ҡыҙғылт, йәшкелт, күкһел.

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә

Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.

Синоним сифаттарүҙгәртергә

Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттарҙы синоноим сифаттар тип йөрөтәләр.Мәҫәлән: матур, сибәр , һылыу, зифа, нәфис, гүзәл.

Исемләшкән сифаттарүҙгәртергә

Сифаттарға грамматик анализ яһау тәртибеүҙгәртергә

  • Сифаттың башланғыс формаһы
  • Сифаттың төрө (төп, шартлы)
  • Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
  • Дәрәжәһе (төп, аҙһытыу, артыҡлыҡ, сағыштырыу)
  • Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә.

Анализ өлгөһөүҙгәртергә

Көнбағыш баҫыуы һап-һары келәм менән ҡапланды. (Я. Хамматов.)

Телдәнүҙгәртергә

Һап-һары — сифат, башланғыс формаһы— һары, төп сифат, тамыр сифат, артыҡлыҡ дәрәжәһендә, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

Яҙмаүҙгәртергә

Һап-һары —төп сифат, там.сифат, арт.дәр., аныҡлаусы.

Әҙәбиәтүҙгәртергә

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө — 2000 йыл. ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө — 2008 йыл. ISBN 978-5-295-04288-1
  • В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек. Өфө — 2009 йыл. ISBN 5-295-02834-8
🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК