Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге

Wikimedia-Listn

Был исемлеккә Нобель премияһына (шул иҫәптән иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһына) лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар ингән.

Нобель премияһы ҡатын-ҡыҙ лауреаттары — йылдар буйынса

Нобель премияһы йыл һайын Швеция Король фәндәр академияһы һәм Норвегия Нобель комитеты тарафынан химия, физика, әҙәбиәт, тыныслыҡты нығытыу һәм физиология йәки медицина өлкәһенә ғәйәт ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла[1]. Премиялар 1895 йылда Альфред Нобель ихтыяры менән булдырыла, ул премияның суммаһы Нобель фонды ҡарамағында булырға тейешлеген билдәләй. Тағы бер премия, Швеция дәүләт банкының иҡтисад фәндәре буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы, 1968 йылда Швеция Үҙәк банкы тарафынан иҡтисад өлкәһе өсөн булдырыла[2]. Һәр премияны айырым комитет тапшыра; Швеция Король фәндәр академияһы — физика, химия һәм иҡтисад, Каролина институты — физиология йәки медицина, ә Норвегия Нобель комитеты тыныслыҡ премияларын бирә[3]. Һәр лауреат миҙал, диплом һәм аҡсалата бүләк ала, уның күләме йылдар дауамында үҙгәреп тора[2]. 1901 йылда беренсе Нобель премияһы лауреаттарына 150 782 швед кронаһы бирелә, ул 2007 йылдың декабрендә 7 731 004 швед кронаһына тиң була. 2008 йылда еңеүселәргә 10 000 000 швед кронаһы бүләк ителә[4]. Наградалар Стокгольмда йыл һайын 10 декабрҙә Нобелдең вафат булыу көнөндә ойошторолған тантанала тапшырыла.

2012 йыл башына Нобель премияһы һәм иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы 549 тапҡыр бирелгән була: 23 тапҡыр — ойошмаларға, 830 тапҡыр — кешеләргә. Нобель премияһы лауреаты булған 826 кеше араһында (дүртеһе — икешәр тапҡыр) 43 ҡатын-ҡыҙ бар[5]. Беренсе ҡатын-ҡыҙ лауреат, Мария Кюри, премияға ике тапҡыр лайыҡ була: 1903 йылда физика буйынса (ире Пьер Кюри һәм Анри Беккерель менән берлектә) һәм 1911 йылда химия буйынса. Мария Кюриҙың ҡыҙы Ирен Жолио-Кюри ҙа 1935 йылда химия буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Наградланған ҡатын-ҡыҙҙар һаны йәһәтенән 2009 йыл рекордлы[6] — Нобель премияһын биш ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар араһында иҡтисад буйынса беренсе лауреат Элинор Остром ала[7]. 2014 йылда Нобелдең тыныслыҡ премияһы 17 йәшлек Малала Юсуфзайға бирелә, ул — премия тарихында иң йәш лауреат[8].

Лауреаттарүҙгәртергә

ЙылФотоЛауреатПремия бирелгәндә йәшеИлКатегорияНигеҙләү
1903 Мария Склодовская-Кюри (1867—1934)

(Пьер Кюри һәм Анри Беккерель менән)

36  ФранцияФизика«Профессор Анри Беккерель тарафынан табылған радиация күренештәрен тикшергәндә асҡан экстраординар мөмкинлектәрҙе таныу билдәһе итеп»[9]
1905 Берта фон Зутнер (1843—1914)62  Австро-ВенгрияТыныслыҡ премияһыХалыҡ-ара тыныслыҡ бюроһы ойошмаһының почётлы президенты, Берн, Швейцария; «Бөтһөн ҡорал!» романы авторы[10]
1909 Сельма Лагерлёф (1858—1940)51  ШвецияӘҙәбиәт«Әҫәрҙәренә хас юғары идеализм, сағыу күҙаллау һәм рухи үткерлекте таныу билдәһе итеп»"[11]
1911 Мария Склодовская-Кюри (1867—1934)44  ФранцияХимия«Радий һәм полонийҙы асҡан өсөн»[12]
1926 Грация Деледда (1871—1936)55  Италия короллегеӘҙәбиәт«Тыуған утрауындағы тормошто һығылмалы асыҡлыҡ менән һүрәтләгән һәм кеше проблемаларын тәрәнлек һәм аңлап сискән идеалистик илһамлы китаптары өсөн»[13]
1928 Сигрид Унсет (1882—1949)46  НорвегияӘҙәбиәт«Башлыса урта быуаттар осоронда Төньяҡтың тормошон колоритлы һүрәтләгәне өсөн»[14]
1931 Джейн Аддамс (1860—1935)

(Николас Батлер менән)

71  АҠШТыныслыҡ премияһыСоциолог; Women’s International League for Peace and Freedom ойошмаһы президенты[15]
1935 Ирен Жолио-Кюри (1897—1956)

(Фредерик Жолио-Кюри менән)

38  ФранцияХимия«Яңы радиоактив элементтарҙы синтезлаған өсөн»[16]
1938 Перл Бак (1892—1973)46  АҠШӘҙәбиәт«Ҡытайҙағы крәҫтиәндәр тормошон ысын мәғәнәһендә бай һәм эпик итеп һүрәтләгәне һәм биографик шедеврҙары өсөн»[17]
1945 Габриэла Мистраль (1889—1957)56  ЧилиӘҙәбиәт«Ҡеүәтле эмоциялар менән илһамландырып, уның исемен бөтә Латин Америкаһының идеалистик ынтылыштарының символына әүерелдергән лирик поэзияһы өсөн»[18]
1946 Эмили Болч (1867—1961)

(Джон Мотт менән)

79  АҠШТыныслыҡ премияһыЭлекке тарих һәм социология профессоры; Women’s International League for Peace and Freedom ойошмаһының халыҡ-ара почётлы президенты[19]
1947 Герти Тереза Кори (1896—1957)

(Карл Кори һәм Бернардо Усай менән)

51  АҠШФизиология һәм медицина«Гликогендың каталитик конверсияһы курсын асҡан өсөн»[20]
1963 Мария Гёпперт-Майер (1906—1972)

(Ханс Йенсен һәм Юджин Вигнер менән)

57  АҠШФизика«Ядро тышлығы структураһына ҡағылышлы асыштар өсөн»[21]
1964Дороти Ходжкин (1910—1994)54  Бөйөк БританияХимия«Мөһим биохимик матдәләр өсөн рентген ысулдарының ҡулланыла алыуын билдәләгән өсөн»[22]
1966 Нелли Закс (1891—1970)

(Шмуэл Агнон менән)

75  ШвецияӘҙәбиәт«Израиль яҙмышына нигеҙләнгән таң ҡалдырғыс лирик һәм драматик әҫәрҙәр өсөн»[23]
1976 Бетти Уильямс (1943 йылғы)

(Мейрид Корриган менән)

32  Бөйөк БританияТыныслыҡ премияһыТөньяҡ Ирландияла тыныслыҡ өсөн хәрәкәтте (ингл. Northern Ireland Peace Movement; һуңыраҡ атамаһы — Тыныс кешеләр берләшмәһе, ингл. Community of Peace People) нигеҙләүселәр[24]
Мейрид Корриган (1944 йылғы)

(Бетти Уильямс менән)

33  Бөйөк Британия
1977 Розалин Сасмен Ялоу (1921—2011)

(Роже Гиймен һәм Эндрю Шалли менән)

56  АҠШФизиология һәм медицина«Пептид гормондарына радиоиммун анализ өсөн»"[25]
1979 Тереза Әсә (1910—1997)69  ҺиндостанТыныслыҡ премияһы«Мөхәббәт Миссионеры ҡәрҙәштәре» лидеры, Калькутта[26]
1982 Альва Мюрдаль (1902—1986)

(Альфонсо Роблес менән)

80  ШвецияТыныслыҡ премияһыЭлекке министр, дипломат, яҙыусы[27]
1983 Барбара Мак-Клинток (1902—1992)81  АҠШФизиология һәм медицина«Мобиль генетик элементтарҙы асҡан өсөн»[28]
1986 Рита Леви-Монтальчини (1909—2012)

(Стэнли Коэн менән)

77  ИталияФизиология һәм медицина«Нервылар үҫеүе факторын асҡан өсөн»[29]
1988 Гертруда Элайон (1918—1999)

(Джеймс Блэк һәм Джордж Хитчингс менән)

70  АҠШФизиология һәм медицина«Дарыу ҡулланыуҙың мөһим принциптарын асҡан өсөн»[30]
1991 Надин Гордимер (1923 йылғы)68  КАРӘҙәбиәт«Таң ҡалғыс яҙма эпосы өсөн — Альфред Нобель һүҙенсә — бөтә кешелеккә бик ҙур файҙаһы өсөн»[31]
Аун Сан Су Чжи (1945 йылғы)46  МьянмаТыныслыҡ премияһы«Демократия һәм кеше хоҡуҡтары өсөн көрәше өсөн»[32]
1992 Ригоберта Менчу (1959 йылғы)33  ГватемалаТыныслыҡ премияһы«Социаль ғәҙеллек һәм ерле халыҡтар хоҡуҡтарын хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән этно-мәҙәни татыулашыу мәнфәғәтендәге эшен таныу хөрмәтенә»[33]
1993 Тони Моррисон (1931 йылғы)62  АҠШӘҙәбиәт«Романдарының алыҫҡа ҡараусы һәм поэтик булыуы, Америка ысынбарлығының мөһим аспекттарын раҫлауы өсөн»[34]
1995 Христиана Нюслайн-Фольхард (1942 йылғы)

(Эдвард Льюис һәм Эрик Вишаус менән)

53  ГерманияФизиология һәм медицина«Иртә яралғы үҫешенә генетик контролде тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы асыштары өсөн»[35]
1996 Вислава Шимборская (1923—2012)73  ПольшаӘҙәбиәт«Ирониялы теүәллек менән тарихи һәм биологик контексты кеше ысынбарлығы фрагменттарында донъяға сығарған шиғриәт өсөн»[36]
1997 Джоди Уильямс (1950 йылғы)

(Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу өсөн халыҡ-ара хәрәкәт менән)

47  АҠШТыныслыҡ премияһы«Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса эштәре өсөн»[37]
2003 Ширин Эбади (1947 йылғы)56  ИранТыныслыҡ премияһы«Демократия һәм кеше хоҡуҡтары, айырыуса Иранда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар хоҡуҡтары өсөн көрәшкә индергән өлөшө өсөн»[38]
2004 Эльфрида Елинек (1946 йылғы)64  АвстрияӘҙәбиәт«Романдарында һәм драмаларында уға ғына хас тел аһәңе менән социаль клишеларҙың абсурдлығын һәм мәжбүр итеүсән хакимлығын фашлаусы музыкаль күп тауышлылыҡ өсөн»[39]
Вангари Маатаи (1940—2011)58  КенияТыныслыҡ премияһы«Тотороҡло үҫешкә, демократия һәм тыныслыҡҡа индергән өлөшө өсөн»[40]
Линда Бак (1947 йылғы)

(Ричард Эксел менән)

57  АҠШФизиология һәм медицина«Асыштары: одорант рецепторы һәм еҫ һиҙеү системаһын ойоштороу»[41]
2007 Дорис Лессинг (1919—2013)88  Бөйөк БританияӘҙәбиәт«Бүлгеләнгән цивилизацияны скептицизм, ҡомар һәм күрәҙәсел ҡөҙрәт менән тикшереүгә дусар иткән ҡатын-ҡыҙ тәжрибәһен хикәйәләүсегә»[42]
2008 Франсуаза Барре-Синусси (1947 йылғы)

(Харальд цур Хаузен һәм Люк Монтанье менән)

61  ФранцияФизиология һәм медицина«Кеше иммунодефициты вирусын асҡан өсөн»[43]
2009 Элизабет Блэкбёрн (1948 йылғы)

(Кэрол Грейдер һәм Джек Шостак менән)

56  Австралия,
 АҠШ
Физиология һәм медицина«Хромосомаларҙың теломерҙар менән һаҡланыу механизмдарын һәм теломераза ферментын асҡан өсөн»[44]
Кэрол Грейдер (1961 йылғы)

(Элизабет Блэкбёрн һәм Джек Шостак менән)

48  АҠШ
Ада Йонат (1939 йылғы)

(Венкатраман Рамакришнан һәм Томас Стейц менән)

61  ИзраильХимия«Рибосома структураһын һәм функцияларын тикшергән өсөн»[45]
Герта Мюллер (1953 йылғы)56  Румыния
 Германия
Әҙәбиәт«Поэзияла һәм прозала фәҡирҙәрҙе эскерһеҙ һүрәтләгәне өсөн»[46]
Элинор Остром (1933—2012)

(Оливер Уильямсон менән)

76  АҠШИҡтисад«Иҡтисади ойоштороу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн»[47]
2011 Элен Джонсон-Серлиф (1938 йылғы)

(Лейма Гбови һәм Тавакуль Карман менән)

73  ЛиберияТыныслыҡ премияһы«Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн»[48]
Лейма Гбови (1972 йылғы)

(Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән)

39  Либерия
Тавакуль Карман (1979 йылғы)

(Лейма Гбови һәм Элен Джонсон-Серлиф менән)

32  Йемен
2013 Элис Манро (1931 йылғы)82  КанадаӘҙәбиәт«Хәҙерге заман хикәйә оҫтаһына»[49]
2014 Малала Юсуфзай (1997 йылғы) (Кайлаш Сатьярти менән)17  ПакистанТыныслыҡ премияһы«Балаларҙы һәм йәштәрҙе баҫыуға ҡаршы һәм бөтә балаларҙың белем алыуға хоҡуғы өсөн көрәшкәне өсөн»[50]
Мэй-Бритт Мозер (1963 йылғы) (Джон О’Киф һәм Эдвард Мозер менән)51  НорвегияФизиология һәм медицина«Аралыҡта ориентирлашырға мөмкинлек биргән мейе күҙәнәктәре системаһын асҡан өсөн»[51]
2015 Ту Юю (1930 йылғы) (Уильям Кэмпбелл һәм Сатоси Омура менән))84  ҠХРФизиология һәм медицина«Малярияны дауалауҙың яңы ысулдары өлкәһендәге асыштары өсөн»[52]
Светлана Алексиевич (1948 йылғы)67  БеларусьӘҙәбиәт«Күп тауышлы ижады — беҙҙең замандағы ыҙаланыуҙарға һәм ҡаһарманлыҡҡа һәйкәл өсөн»[53]
2018Донна Стрикленд (1959 йылғы) (Артур Эшкин һәм Жерар Муру менән)59  КанадаФизика«За их метод получения высокоинтенсивных, сверхкоротких оптических импульсов»[54]
Фрэнсис Арнольд (1956 йылғы) (Грег Уинтер һәм Джордж Смит менән)62  АҠШХимия«Ферменттарҙың йүнәлтелгән эволюцияһы өсөн»[55]
Надя Мурад (1993 йылғы) (Дени Муквеге менән)25  ИраҡТыныслыҡ премияһы«За их попытку прекратить использование сексуального насилия в качестве оружия в войнах и вооружённых конфликтах»[56]

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә

  1. Alfred Nobel – he Man Behind the Nobel Prize. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  2. 2,0 2,1 The Nobel Prize. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  3. The Nobel Prize Awarders. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  4. Денежный эквивалент Нобелевской премии. Справка
  5. Nobel Laureates Facts. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. РИА Новости, 2.10.2009: Среди Нобелевских лауреатов 2009 года рекордно много женщин
  7. «Российская газета», 12.10.2009: Впервые нобелевским лауреатом по экономике стала женщина
  8. Malala Yousafzai becomes youngest-ever Nobel Prize winner (10 October 2014). 10 октябрь 2014 тикшерелгән.
  9. Nobel Peace Physics 1903. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  10. Nobel Peace Prize 1905. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  11. Nobel Prize in Literature 1909. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  12. The Nobel Prize in Chemistry 1911. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  13. Nobel Prize in Literature 1926. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  14. Nobel Prize in Literature 1928. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  15. Nobel Peace Prize 1931. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  16. The Nobel Prize in Chemistry 1935. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  17. Nobel Prize in Literature 1938. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  18. Nobel Prize in Literature 1945. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  19. Nobel Peace Prize 1946. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  20. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1947. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  21. The Nobel Prize in Physics 1963. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  22. The Nobel Prize in Chemistry 1964. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  23. Nobel Prize in Literature 1966. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  24. Nobel Peace Prize 1976. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  25. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1977. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  26. Nobel Peace Prize 1979. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  27. Nobel Peace Prize 1982. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  28. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1983. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  29. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1986. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  30. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1988. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  31. Nobel Prize in Literature 1991. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  32. Nobel Peace Prize 1991. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  33. Nobel Peace Prize 1992. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  34. Nobel Prize in Literature 1993. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  35. Nobel Prize in Physiology or Medicine 1995. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  36. Nobel Prize in Literature 1996. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  37. Nobel Peace Prize 1997. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  38. Nobel Peace Prize 2003. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  39. Nobel Prize in Literature 2004. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  40. Nobel Peace Prize 2004. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  41. Nobel Prize in Physiology or Medicine 2004. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  42. Nobel Prize in Literature 2007. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  43. Nobel Prize in Physiology or Medicine 2008. Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
  44. Nobel Prize in Physiology or Medicine 2009. Нобелевский фонд. Дата обращения: 5 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
  45. Nobel Prize in Chemistry 2009. Нобелевский фонд. Дата обращения: 6 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
  46. Nobel Prize in Literature 2009. Нобелевский фонд. Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
  47. Nobel Prize in Economics 2009. Нобелевский фонд. Дата обращения: 12 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
  48. Nobel Peace Prize 2011. Нобелевский фонд. Дата обращения: октябрь 2011. Архивировано 21 март 2012 года.
  49. The Nobel Prize in Literature 2013. Нобелевский фонд. Дата обращения: 4 ноябрь 2013.
  50. The Nobel Peace Prize 2014. www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
  51. The 2014 Nobel Prize in Physiology or Medicine. Press Release. Нобелевский комитет (6 октябрь 2014). Дата обращения: 6 октябрь 2014.
  52. Youyou Tu - Facts. Nobel Media AB (2015). Дата обращения: 25 ғинуар 2016.
  53. The Nobel Prize in Literature 2015. www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
  54. Donna Strickland - Facts. Nobel Media AB (2018). Дата обращения: 2 октябрь 2018.
  55. The Nobel Prize in Chemistry 2018. www.nobelprize.org. Дата обращения: 5 октябрь 2018.
  56. The Nobel Peace Prize 2018. www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2018.

Һылтанмаларүҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК