Корпорация

Корпора́ция (лат. corpus — кәүҙә):

  1. Рәсәй Федерацияһы Граждан Кодексының 65.1-се статьяһы 1-се пунктына ярашлы, ойоштороусылары уларҙа ҡатнашыу (ағза булыу) хоҡуғына эйә булған һәм уларҙың юғарғы органын төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған юридик шәхестәр корпоратив юридик шәхестәр (корпорация) булып тора. Ойоштороусылары уларҙың ҡатнашыусыһы булмаған һәм ағза булыу хоҡуғына эйә булмаған юридик шәхестәр унитар юридик шәхестәр тип атала.
  2. 2008 йылғы (СНС-2008) Милли хисаптар системаһында корпорацияға киңәйтелгән билдәләмә бирелә.
Корпорация
Рәсем
Цель проекта или миссииЗадача фирмы[d]
Төп көйләүсе текстподзаконный правовой акт[d]
Өлөшләтә тура киләcorporate body[d]
Ҡапма-ҡаршыһыпартнёрство[d]
 Корпорация Викимилектә

Тарихыүҙгәртергә

Үҙ аллы хоҡуҡ субъекты булараҡ юридик шәхес идеяһы тәү башлап Боронғо Римда тормошҡа ашырыла[1].

Боронғо замандарҙа уҡ төрлө-төрлө шәхси корпорациялар була: дини маҡсаттарҙағы берлектәр (sodalitates, collegia sodalicia), төрлө һөнәрселәрҙең профессиональ берлектәре (pistorum, fabrorum һәм башҡалар). Шәхси корпорациялар Ун ике таблица закондарында (беҙҙең эраға тиклем 451—450 йылдар) телгә алына. Гайҙың шаһитлығы буйынса, улар collegia sodalicia (sodales) ағзаларына үҙҙәре өсөн ҡағиҙәләр һәм уставтар булдырырға рөхсәт иткән, тик был уставтарҙың законға ҡаршы килмәү шарты ғына ҡуйылған.

Республика осоронда apparitorum корпорациялары (магистраттарҙағы түбәнге ҡатлам хеҙмәткәрҙәрҙеке), үҙ-ара ярҙам корпорациялары (ерләү — collegia funeraticia) һәм башҡалар барлыҡҡа килгән. Бындай корпорацияларҙың дөйөм мөлкәте — дөйөм кассаһы (arca communis) булған, әммә был мөлкәт юридик күҙлектән йә бөтә айырым ағзаларҙың билдәле өлөштәрҙәге мөлкәте тип (ширҡәт, societas ҡағиҙәһе буйынса), йә уларҙың береһенең — казначей булып торғанының мөлкәте тип ҡаралған. Рим корпорацияһы өсөнсө яҡтар менән үҙ аллы субъект булараҡ сығыш яһамай. Өсөнсө яҡтар тик айырым ағзалар менән генә эш итә.

Республиканың икенсе яртыһында корпорация мөлкәте бөтә ағзаларҙың дөйөм мөлкәте тип ҡарала башлай. Корпорацияға тотороҡлолоҡ бирер өсөн, уставҡа был мөлкәттең бүленмәүе принцибын индерергә рөхсәт ителә: айырым ағзалар үҙ өлөшөн талап итә алмай, бер ағзаларҙың китеүе, икенселәрҙең килеүе дөйөм мөлкәттә сағылмай. Ошолай итеп корпорация мөлкәтенең уның ағазаларынан айырымланыуы хасил ителә.

Империя башланыу мәленә юридик шәхестәр тип муниципиялар һәм шәхси корпорациялар таныла. Шулай итеп, Рим хоҡуҡиәте юридик шәхес идеяһын формалаштырып ҡына ҡалмай, уның ғәмәлләшеүен дә тормошҡа ашыра: юридик шәхестең физик шәхескә бойондороҡһоҙ булған хоҡуҡҡа һәләтлелеге төшөнсәһе эшләнә, юридик шәхестәрҙең төп типтары (корпорациялар һәм учреждениелар) барлыҡҡа килә[1].

Урта быуаттарҙа юридик шәхес (корпорация) власть (дәүләт йәки феодал) тарафынан ойошторолған фиктив хоҡуҡи шәхес (persona ficta) итеп ҡарала. Эшмәкәрлек алып барыуға хоҡуҡ махсус акт (мәҫәлән, хартия) менән раҫлана. Донъялағы иң боронғо корпорация — Stora Kopparberget (швед.)баш. баҡыр руднигылыр тип иҫәпләнә, ул Швецияның Фалун ҡалаһында урынлашҡан, 1347 йылда король Магнус Эрикссондан устав алған.

XVII быуаттағы колониаль экспансия осоронда Европа илдәренең күбеһе корпорацияларға колониялар менән бизнес алып барыу хоҡуғын бирә, был компаниялар хәҙерге заман корпорацияларына оҡшай башлай. Мәҫәлән, Голландияның Ост-Инд компанияһы һәм Гудзон ҡултығы компанияһы шундайҙарға инә.

АҠШ-та хәҙер асыҡ (public), квазиасыҡ (quasi-public), коммерция (private, business of profit-making) һәм коммерцияға ҡарамаған (Non-profit) корпорациялар айырыла[2].

Асыҡ корпорацияларға дәүләт һәм муниципаль органдар (ҡалалар, округтар, ауылдар) инә[3].

Ярымасыҡ корпорацияларға дөйөм халыҡ ихтыяждарына хеҙмәт иткән, мәҫәлән, халыҡты газ, һыу, электр, тимер юл менән тәьмин иткән корпорациялар ҡарай. Уларға шулай уҡ акциялары дәүләттеке булған предприятиелар ҙа (оборона, космис комплексы предприятиелары) ҡарай[3].

Бөтә ҡалған корпорациялар шәхси булып тора, йәғни уларҙы ойоштороуҙа дәүләт ҡатнашмай, улар граждандар тарафынан үҙҙәренең шәхси мәнфәғәттәрендә асыла[3].

Коммерция (эшҡыуарлыҡ) корпорациялары тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатыуҙан килем алыу өсөн ойошторола[3].

Коммерцияға ҡарамаған корпорациялар тип дини ойошмалар, белем биреү өлкәһендәге корпорациялар (мәктәптәр, колледждар, университеттар һ.б.), хәйриә фондтары һанала[3].

Хәҙерге заман континенталь хоҡуҡиәттә корпорация төшөнсәһе инглиз-саксон хоҡуҡиәттәге төшөнсәнән айырыла. Уға континенталь хоҡуҡ системаһына хас булған юридик конструкциялар, мәҫәлән, ширҡәттәр, дәүләт учреждениелары инә. Шул уҡ инглиз-саксон хоҡуҡиәтенә хас юридик шәхестәр (идара итеү эшмәкәрлеге менән булышҡан дәүләт органдары) индерелмәй[3].

Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ системаһы роман-герман хоҡуҡ ғаиләһенә ҡарай.

Ғәмәлдәге Рәсәй ҡануниәтендә юридик шәхес төшөнсәһе бирелә (РФ ГК-һының 48-се статьяһы 1-се өлөшө). Корпоратив һәм унитар юридик шәхестәргә, шулай уҡ коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға классификация яһала. Корпорацияның билдәләмәһе бирелә. РФ ГК-һында предприятие һәм ойошма төшөнсәләренә билдәләмә юҡ. Юридик шәхестәр өсөн ойоштороу-хоҡуҡи формаларҙың ябыҡ исемлеге тәҡдим ителә.

Корпорацияларҙың билдәләре (типик һыҙаттары)үҙгәртергә

Юридик шәхес булараҡ ойошторолған корпорацияларҙы төҙөүҙе, уларға идара итеүҙе һәм уларҙың операцияларын көйләгән закондар илдән илгә төрләнергә мөмкин, шуның өсөн корпорацияға универсаль юридик билдәләмә биреү мөмкин түгел. СНС-2008 корпорацияларҙың Милли хисаптар системаһы күҙлегенән айырыуса мөһим тип һаналған типик һыҙаттарына ентекле тасуирлама бирә.

Корпорация — ул ҡануниәткә ярашлы ойошторолған, был корпорацияның акционерҙары булыуы ихтимал булған институциональ берәмектәрҙән бойондороҡһоҙ йәшәгән юридик шәхес. Корпорацияның барлығы, атамаһы һәм адресы махсус регистрға теркәлә. Ғәҙәттә корпорация ҡайһы илдә ойошторолһа, шул илдең иҡтисади мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк бирә тип иҫәпләнелә.

Һатыу өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереү маҡсатында төҙөлгән корпорация уларҙы иҡтисади әһәмиәтле хаҡтар буйынса һата. Был корпорацияның баҙар етештереүсеһе булыуын аңлата.

Корпорация үҙенең эш-ғәмәлдәре, йөкләмәләре һәм контракттары өсөн закон алдында тулыһынса яуаплы. Корпорация етештереү эшмәкәрлеге, килемдәре йәки активтары йәһәтенән ҡайһы илдең резиденты булһа, шул илдең һалым режимы субъекты булып тора.

Корпорацияның милке акционерҙар коллективыныҡы булып тора. Акционерҙарға дивиденд рәүешендә билдәле бер отчет осоро ағымында бүленә торған килем дәүмәле корпорация директорҙары тарафынан билдәләнә. Килем ғәҙәттә акционерҙарға акцияларының йә капиталда ҡатнашыуҙың башҡа төрҙәренең хаҡына йәки һанына нисбәтле бүленә. Бер үк корпорацияла төрлө хоҡуҡтар тәьмин итеүсе төрлө акциялар типтары була ала.

Әгәр корпорация эшмәкәрлеген туҡтатһа йә ябылһа, акционерҙар бөтә активтар һатылып бөтөп, бурыстар түләнгәндән һуң ҡалған саф капитал хаҡында өлөшкә инергә хоҡуҡлы. Әгәр корпорация, бурыстары уның активтары хаҡынан артып китеп, банкрот тип иғлан ителһә, акционерҙар ҡалған бурыстарҙы түләргә тейешле түгел.

Корпорация эшмәкәрлегенә контроль акционерҙар тарафынан коллектив рәүештә тормошҡа ашырыла. Корпорацияның директорҙар советы була, ул корпорацияның сәйәсәте өсөн яуаплы һәм корпорацияның төп идарасыларын тәғәйенләй. Директорҙар советы ғәҙәттә акционерҙарҙың коллектив тауыш биреүе юлы менән тәғәйенләнә.

Ләкин ғәмәлдә айырым акционерҙар ҙурыраҡ йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә һәм корпорацияның сәйәсәте һәм операциялары өҫтөнән акционерҙарға ҡарағанда ҙурыраҡ контролгә эйә.

Акционерҙарҙың тауыш биреү хоҡуғы тиң булмауы ихтимал. Ҡайһы бер тип акциялар тауыш биреү хоҡуғы йәһәтенән ҙурыраҡ көс тәьмин итә, икенселәре директорҙар советына тәғәйенләү хоҡуғы йә күпселек тауыштар менән үткән тәғәйенләүҙәргә вето һалыу хоҡуғы кеүек айырым хоҡуҡтар бирә. Бындай айырым хоҡуҡтар, хөкүмәт корпорацияның акционеры булған осраҡта, уның ҡулында булырға мөмкин.

Тауыш биреү хоҡуҡлы күп акционерҙарҙың уны ҡулланмауы ихтимал, шунлыҡтан акционерҙарҙың ойошҡан әҙселеге корпорация сәйәсәте һәм операцияларына контролде тормошҡа ашырыуы ихтимал.

Корпорацияға идара итеү моделдәреүҙгәртергә

Корпорацияға идара итеү системаһы компанияларҙың менеджерҙары менән хужалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй, шулай уҡ мәнфәғәтле яҡтарҙың (компания акционерҙарының) маҡсаттарын яраштыра һәм шулай итеп компанияларҙың һөҙөмтәле эшен тәьмин итә. Корпорацияға идара итеүҙең төрлө моделдәре бар: инглиз-американ, немец (инсайдерлыҡ), япон моделдәре.

Инглиз-американ моделендә акционерҙарҙың мәнфәғәте күп һанлы ваҡ инвесторҙар тарафынан кәүҙәләндерелә, идаралыҡ корпорация менеджменты ҡулында була. Немец (инсайдерлыҡ) моделендә корпорация эшмәкәрлегендә мәнфәғәте булған бөтә яҡтар (акционерҙар, менеджерҙар, персонал, банктар, ижтимағи ойошмалар) ҡарарҙар ҡабул итеү барышында ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Инглиз-американ һәм герман моделдәре — ике сикке вариант. Улар араһында күп һанлы милли формалар бар. Япон моделенә тулыһынса ябыҡлыҡ һәм банк контроленә нигеҙләнеү хас, был менеджерҙарға контроллек итеү проблемаһын кәметә. Идаралыҡтың ғаилә моделе донъяның бөтә илдәрендә таралған, был системала корпорацияға идара итеү яҡын туғандар (ғаилә) тарафынан тормошҡа ашырыла. Корпорацияларға идара итеүҙең Рәсәй моделендә милек хоҡуҡтарын һәм контролде бүлешеү принцибы танылмай[4].

Япон моделенә социаль бергәлек, берҙәмлек һәм корпоратив мәҙәниәт хас. Был моделдең төп элементы — персоналды ғүмерлеккә яллау принцибы.

Рәсәй хоҡуҡиәтендәүҙгәртергә

2014 йылдың 5 майында сыҡҡан № 99-ФЗ Федераль закон РФ Граждан кодексына «Корпоратив һәм унитар юридик шәхестәр» тигән 65.1-се статьяны индерә.

Был статьяның 1-се пунктына ярашлы, ойоштороусылары (ҡатнашыусылары) унда ҡатнашыу (ағза булыу) хоҡуғына эйә булған һәм юғары органды ойошторған юридик шәхестәр корпоратив юридик шәхестәр (корпорациялар) булып тора. Уларға түбәндәгеләр ҡарай:

  • хужалыҡ ширҡәттәре һәм йәмғиәттәре
  • крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары
  • хужалыҡ итеү партнерлыҡтары
  • етештереүселәр һәм ҡулланыусылар кооперативтары
  • ижтимағи ойошмалар
  • ассоциациялар (берлектәр)
  • күсемһеҙ милек милекселәре ширҡәттәре
  • Рәсәй Федерацияһының казак йәмғиәттәре дәүләт реестрына индерелгән казак йәмғиәттәре
  • Рәсәй Федерацияһы әҙ һанлы төп халыҡтарының общиналары.

Ойоштороусылары уларҙың ҡатнашыусыһына һәм ағзаһына әйләнмәгән юридик шәхестәр унитар юридик шәхес булып тора. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар
  • фондтар
  • учреждениелар
  • автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар
  • дини ойошмалар
  • асыҡ хоҡуҡи компаниялар.

Шулай уҡ ҡарағыҙүҙгәртергә

  • Акционерҙар йәмғиәте

Иҫкәрмәләрүҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Покровский И.А. История римского права. — Издание 3-е, исправленное и дополненное. — Петроград: издание юридического книжного склада «Право», 1917. — (Классика российской цивилистики). — ISBN 5-8354-0232-5.
  2. Сыродоева О. Н. Проблемы юридической личности взаконодательстве США (рус.) // Известия высших учебных заведений. Правоведение : Научно-популярный журнал. — СПб.: Изд-во С.-Петербург. ун-та, 1992. — № 4. — С. 25—35.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Кашанина Т. В. Хозяйственные товарищества и общества: правовое регулирование внутрифирменной деятельности. Учеб. для юрид. вузов и фак.. — М.: Инфра-М, Кодекс, 1995. — 543 с. — ISBN 5-86225-175-8.
  4. Корпоративное управление: история и практика. www.cbr.ru. Дата обращения: 2 декабрь 2019.

Әҙәбиәтүҙгәртергә

🔥 Top keywords: Баш битЭминемАнгкор-ВатФашизмФранклин РозалиндМилләтселекФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыВЧКЛатин телеТажикстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯпония әҙәбиәтеҠалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәтКирилл һәм МефодийҺанлы ысулдарПротестантизмИндонезияХөршидбаныу НатаванКлассик механикаGoogle КарталарыПарагвайЮпитерБарак ОбамаБильбаоНикарагуаСалоникиБашҡортостанКроносВикипедия:БелешмәВикипедия:Һынау урыныЕте (һан)ЛинцМысырПеруМодуль:Namespace detect/dataДәүләт оборона комитетыЗагребКатегория:User trМахсус:ЭҙләүКамбоджаСэмюэл МорзеМесопотамияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуҠытай Халыҡ РеспубликаһыАрыҫлан петроглифтарыГамеланЧеске-БудеёвицеФизикаАмерика Ҡушма ШтаттарыИнглиз телеХаруки МуракамиВикипедия:Нейтраль ҡарашВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БерләшмәСкароне ЭкторИталияТригонометрик функцияларКатегория:User tr-NҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесСәғәтИкенсе донъя һуғышыВикипедияТаштамаҡПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыКомиксНилВикипедия:КатегорияТикТокБоготаКандинский Василий ВасильевичМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрКатолик сиркәүеЕкатерина IIҠарткиҫәкШумерВикипедия:Рәхим итегеҙ14 февральВикипедия:БүлектәрҠойроҡһоҙҙарКатегория:МәғарифЯңы СылатҡанИсламӨзбек тылБейеүҠояш системаһыҠушкүл (Асҡын районы)Йосемити милли паркыМетр2013 йылБирмингем (Алабама)14 сентябрьХарьковОдри ХепбёрнМетаболизмЧехияЭлвис ПреслиВикипедия:ҠоролтайДНК