Констанца
Констанца (румын. Constanța, элекке исеме: Кустендье, Кюстендже (Кестендже), Томис, лат. Tomi Тома) — Румынияның иң эре диңгеҙ порты һәм Ҡара диңгеҙҙең ҙурлығы буйынса икенсе порты. Румынияның Добруджа төбәгендәге ҙур ҡалаһы Констанца жудецының административ үҙәге.
Констанца | |
рум. Constanța | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
![]() | |
Рәсми атамаһы | Τόμις, Томіс һәм Томы |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Флавия Юлия Констанция[d] |
Дәүләт | ![]() |
Административ үҙәге | Констанца[d] һәм Констанца[d] |
Административ үҙәк | Констанца[d] |
Административ-территориаль берәмек | Констанца[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Добруджа[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Constanța[d] |
Хөкүмәт башлығы | Vergil Chițac[d][1] |
Халыҡ һаны | 263 707 кеше (1 декабрь 2021) |
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала | Констанца[d], Мамая[d] һәм Palazu Mare[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 25 ± 1 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Туғандаш ҡала | Латакия[d], Истанбул, Аҡтау, Ираклион, Трапани, Волгоград, Перуджа, Сайда[d], Булонь-сюр-Мер, Макасар[d], Сантус[d], Добрич, Шанхай, Гавана, Искәндәриә, Турку, Иокогама, Роттердам, Одесса[2], Брест[d][3][4], Салоники һәм Измир[5] |
Милке | Stadionul Farul[d] |
Алыштырған | Томы[d] |
Майҙаны | 124,89 ± 0,01 км² |
Адрес | Bd. Tomis nr.51, cod 900725[6] |
Почта индексы | 900003–900746 |
Рәсми сайт | primaria-constanta.ro |
![]() | |
Категория для почётных граждан субъекта | Q10017639? |
Урындағы телефон коды | 241 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Constanța[d] |
![]() |
Ҡала тирәһендә минераль сығанаҡтар бар. Диңгеҙ пляжы һуҙылған. Төп етештереү сәнәғәте булып нефть продукттары өсөн һауыт етештереү, күн сәнәғәте тора. Мамайя пляж курорты Констанцанан төньяҡта урынлашҡан.
Тарихүҙгәртергә
Констанца урынында элек Тома ҡалаһы — Ҡара диңгеҙ буйындағы боронғо грек колонияһы торған, ул беҙҙең эраға тиклем 500 йыл самаһында сауҙа өсөн асылған. Исеме, моғайын, бор. грек. τομή — порез, киҫелеш тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡалаға нигеҙ һалыусы булып Колхиданан Ээт батша торған тип һанала. Беҙҙең эраға тиклем 29 йылда районды римлеләр баҫып ала. 8 йылда бында Август тарафынан шағир Овидий һөргөнгә ебәрелгән, ул бында 8 йыл үткәс вафат булған. Уның хөрмәтенә Констанцала Овидий майҙаны бар. . Һуңыраҡ ҡала Бөйөк Константиандың һеңлеһе Констанция хөрмәтенә Константиану тип атала, (274—337). «Κωνστάντια» («Constantia») исеме аҫтында ҡала тәүге тапҡыр 950 йылда телгә алына.
681 йылда был ерҙәр Болғар батшалығы составына инә.
1419 йылдан алып ҡала Ғосман империяһы составында тора. Ҡала халҡының төп өлөшөн XIX быуат урталарында ҡырым татарҙары (~36 %), гректар, (~30 %) һәм болгарҙар (~24 %) тәшкил итә. 1878 йылда Берлин конгресының һөҙөмтәләре буйынса, Констанца ҡалаһы һәм Добруджаның төньяҡ өлөшө Рәсәй империяһынан Румынияға тапшырыла, ҡалаға әүҙем рәүештә румын халҡы күсә башлай.
22 октябрҙә,1916 йылда, Үҙәк илдәр ғәскәрҙәре тарафынан ҡала оккупациялана. Бухарест килешеүҙәренә ярашлы 1918 йылда ҡала үҙәк державалар контроле аҫтында ҡала. Шул уҡ йылда Констанца союздаш ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.
Икенсе донъя һуғышында Констанца Румыния хәрби-диңгеҙ базаһы була. Совет Ҡара диңгеҙ флоты караптарының һәм авиация һөжүмдәренә дусар ителә. 1944 йылдың авгусында совет ғәскәрҙәре тарафынан Констанца десанты барышында бер ҡаршылыҡһыҙ азат ителә.
Климатүҙгәртергә
Климаты уртаса континенталь, йылы йәй һәм йомшаҡ ҡыш хас. Диңгеҙ буйында булғанлығы уға ҙур йоғонто яһай.
Июлдә уртаса температура — +22 °C, +0,5 °C.
Климат Констанца | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 3,7 | 4,9 | 8,1 | 13,8 | 19,3 | 23,8 | 25,9 | 25,8 | 22,4 | 17,0 | 11,6 | 6,4 | 15,2 |
Уртаса температура, °C | 0,5 | 1,6 | 4,6 | 9,9 | 15,5 | 20,0 | 22,0 | 21,8 | 18,3 | 13,1 | 8,0 | 3,2 | 11,5 |
Уртаса минимум, °C | -2,3 | -1 | 2,1 | 6,9 | 12,1 | 16,2 | 18,0 | 17,9 | 14,6 | 9,8 | 5,0 | 0,5 | 8,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 30 | 29 | 26 | 30 | 38 | 40 | 30 | 33 | 29 | 31 | 42 | 38 | 396 |
Сығанағы: World Climate 2017 йыл 9 ноябрь архивланған. |
Халыҡүҙгәртергә
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда, муниципалитет халҡы һаны 283 972 кеше тәшкил иткән.
83,1 процент ҡала халҡы — румындар, төрөктәр яҡынса 2,3 %, ҡырым татарҙары - 2,6 %, сиғандар - 0,8 %. Башҡа этник төркөмдәр: грек, әрмән һәм башҡалар - 0,8 %, милләтен күрһәтмәгәндәр - 10,4 % .[7]
Дини составы: православие христиандары - 83 %, мосолмандар - 5,1 %, башҡа - 1,5 %, атеистар - 10,4 %
Статистикаүҙгәртергә
Транспортүҙгәртергә
Диңгеҙ транспортыүҙгәртергә
Констанца порты — Ҡара диңгеҙҙә Новороссийск портынан һуң эре порт, Европаның иң ҙур порты (4-се урын). Суэц каналы аша үтеүсе бөтә судноларҙы ҡабул итергә һәләтле. Дөйөм йөк әйләнеше 2012 йылда 50 584 622 тонна. Майҙаны — 3600 гектар. Причалдары- 133, дөйөм оҙонлоғо — 28,5 км Констанцанан көньяҡта Румынияның Дунай каналы — Ҡара диңгеҙ көньяҡ йүнәлеше тора.
Тышҡы бәйләнештәрүҙгәртергә
Туғанлашҡан ҡалаларыүҙгәртергә
Констанцаның туғандаш ҡалалары түбәндәгесә:
|
Сит илдәрҙең консуллыҡтарыүҙгәртергә
Констанцала түбәндәге дәүләттәрҙең консуллыҡтары урынлашҡан:
Иҫкәрмәләрүҙгәртергә
- ↑ Rezultatele alegerilor locale din 2020 — Центральное избирательное бюро.
- ↑ https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/konstanca-ruminiya/
- ↑ http://primaria-constanta.ro/docs/default-source/documente-pwpmc/orase-infratite/brest.pdf?sfvrsn=2
- ↑ https://www.brest.fr/developper-le-territoire/ouvrir-le-territoire-a-linternational/jumelages-et-cooperations-1777.html
- ↑ https://www.izmir.bel.tr/tr/KardesKentler/62
- ↑ Geospatial.org Date de contact localități
- ↑ Constanţa Etno Structura-României a demografică
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri . Архивировано 4 август 2012 года.автор 2012 йыл 27 июль архивланған.